top of page

           Методик темам: 

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә

федераль белем биреү стандарттары контексында

текст менән эшләү эшмәкәрлеген үҫтереү

             Беҙ, бөтә тирә - яҡты баҫып алған бөйөк  аудио - видео техникалары, компьютер, интернет селтәрҙәре хөкөм һөргән дәүерҙә эшләгән уҡытыусылар. Нисек итеп бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға һуң? Нисек итеп танып - белеү әүҙемлеген уҡыу дауамында һаҡлап ҡалырға, үҫтерергә һуң?

         Баланың телмәрен үҫтереү – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы, сөнки һөйләү һәм яҙма телмәр һәр төрлө аҡыл хеҙмәтенең һәм аралашыуҙың нигеҙе булып тора.

            Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәһе үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, ә оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле ижади эшмәкәрлек талап итә. Уҡыусыларға бәйләнешле текстың билдәләре, уны барлыҡҡа килтереүсе саралар, структураһы, төрҙәре тураһында белешмә биреү, текст менән эшләүҙең төрлө яңы алымдары менән таныштырыу бик  мөһим.

      Текст- XVIII быуатта немец теленән үҙләштергән һүҙ- «бәйләнеш », «тоташтырыу» мәғәнәһен аңлата. Уны икенсе төрлө «һүҙ берҙәмлеге», «туҡыма» (ткань), «туҡыу» һүҙе менән бәйләргә мөмкин.

        Көтөлгән һөҙөмтәләр. Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып, балаларҙың физиологик үҫешенә таянып, яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә:

1.Башҡорт телен һөйөүселәр, теләп өйрәнеүселәр бермә – бер артыр.

2.  Коммуникатив компетенцияһы формалашыр. 

3. Уҡыусының  үҙ аллы фекерләү  һәләте үҫер.

4. Башҡорт телен өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныуҙары, ихтирамдары артыр.

5.  Уҡыусылар башҡорт телендә дөрөҫ, матур һөйләшергә өйрәнер.

6. Башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙығыраҡ һәм фәһемлерәк үтер.

1.Әҙәбиәт дәрестәрендә берәй шиғыр менән танышҡандан һуң, ҡабатлап үтеү маҡсатында текст өҫтөндә төрлө күнекмәләр үткәреү

А) “Һайланма уҡыу”. Шиғырҙың төрлө еренән тотоп уҡыйым, ә уҡыусылар шул ерҙе табып дауам  итеп уҡый;

Б) “Хатаны төҙәт”. Уҡытыусы хата менән уҡый, ә уҡыусылар хата ебәрелгән урынды табып төҙәтәләр.

В) Шиғырҙан теге йәки был күренеште табыу (Тәбиғәт күренештәре, төҫтәр, һандар һ.б.)Бындай күнекмәләр уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә.

2. “Ассоциациялар” алымы.

Музыка, төҫтәр, төрлө предметтар ярҙамында уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм. Ниндәй ассоциация тыуҙы икән? Был алымды дәрестең темаһын  билдәләү өсөн ҡулланам. Мәҫәлән, тәбиғәт темаһын үткәндә берәй музыкаль композиция тыңлайбыҙ. Музыканы тыңлағанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ, нимәләр ишеттегеҙ, үҙегеҙҙе ҡайҙа йөрөйһөгөҙ тип хис иттегеҙ кеүек һорауҙар менән теманы асыҡлайбыҙ. Төрлө төҫлө буяуҙарҙы ла дәрестә ҡулланам. Таҡтала эленеп торған аҡ битте  төрлө буяҙар менән буяйым. Уҡыусыларҙың ассоциацияларын тыңлап, темаға килеп сығабыҙ. (Мәҫәлән, көҙ темаһын үткәндә.)Предметтар ҡулланыу (Май шәме). Һуғыш тураһында әҫәрҙәр үткән саҡта уңыш ситуацияһы тыуҙырыу өсөн май шәмен ҡулланам. Май шәменә нимә хас? Уның һүнеүейәки бөтөнләй янып бөтөүе ихтимал.  Был шәмде нимә менән тағы сағыштырып булыр ине? (Рух, кеше ғүмере, өмөт һ.б.)

3.“Һүрәттәр” алымы.

Был алымды конкрет берәй теманы үткәндән һуң, уҡыусыларҙың аңлау- аңламау кимәлен билдәләр  өсөн  ҡулланыу бик  уңайлы. Мәҫәлән, йәнлектәр темаһын  алайыҡ. Уҡыусыларға бәләкәй генә текст тәҡдим итәм. Унда йәнлектәрҙең атамалары урынына уларҙың һүрәттәре бирелгән. Уҡыусылар белгәндәрен туплап һүрәттәр урынына йәнлектәрҙең атамаларын ҡуйып күсереп яҙалар.

4.«Аҙашҡан һүҙҙәр» алымы.

Был алымды ғәҙәттә дәрестәрҙә бик йыш ҡулланыла. Һәр класта ла уҡыусылар яратып башҡаралар. Һөйләмдәрҙә һүҙҙәр буталып бирелә. Уларҙы уҡыусылар йә тейешле урынға ҡуйып күсереп яҙырға, йә уҡырға тигән эш бирергә мөмкин.

5.“Яҙыусы” алымы (Эбингауз тесы буйынса)

Үҙемдең класта психолог үткәргән телмәр үҫешен, фекерләү үткерлеген тикшереүсе Эбингауз тесын уҡыусылар уйын формаһында ҡабул итеп, ҡыҙыҡһынып башҡарыуын күргәс, етмәһә, психологыбыҙ “был тест фекерләүҙе лә яҡшы үҫтерә”, - тигәс, уны башҡортсаға тәржемә итеп, үҙ эшемдә ҡуллана башланым. Текст төрлө булыуы мөмкин, ләкин төшөп ҡалған һүҙҙәр вариатив булыуы мөһим.

6. “Тамғалар ҡуйып уҡыу”  йәки “Инсерт уҡыу”

Был алым балалар текст менән үҙҙәре  уҡып танышҡанда ҡулланыла. Балалар башланғыс кластарҙа  төҫлө ҡәләмдәр  ярҙамында текстҡа билгеләр ҡуйып  баралар. Юғары   кластарҙа тамғалар ҡулланыла.Ул уҡыусыларҙы үҙаллы фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә, монологик һәм диалогик һөйләү телмәрен үҫтерә.«Инсерт» алымын әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә йәки яҙыусының биографияһы менән танышҡанда ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, 5-се класта М.Кәримдең “Дан кәпәс түгел” әҫәре менән танышҡанда, шағирҙың тормош һәм ижад юлын ошолай өйрәнергә мөмкин. Шулай уҡ «инсерт» алымын йомғаҡлау дәрестәрендә ҡулланыу ҙа отошло.

"V" – мин быны  беләм (йәшел төҫ)

"+" – был минең өсөн яңы материал (ҡыҙылтөҫ)

"-" – мин был фекерменәнкилешмәйем (һары төҫ)

"?" – аңлап бөтөрмәнем (зәңгәр төҫ)

"!!" – былөлөш мине ҡыҙыҡһындырҙы ( һоро төҫ)

Был алымды  ҡулланыуҙыңуңышлы яғы шунда, уҡыусы текстты пассив уҡымай, ә белергә, аңларгателәп, ниндәйҙә булһа билгеҡуйырға кәрәклегенаңлап, иғтибарменән уҡый.

7. “Кластер”ҙар алымы.

Нимә ул кластерҙар?

Ул - материалды график ысул ярҙамында ойоштороу, теге йәки был теманы өйрәнгәндә уйлау процесын асыҡ итеп күрһәтеү. Кластер – берһүҙҙе, теманы, төшөнсәне асыҡлаусы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр. Ул француз һүҙе, «бәй­ләм», «тәлгәш», тип тәржемә ителә. Һөҙөмтәлә структура барлыҡҡакилә, улбеҙҙеңуйҙарыбыҙҙы график рәүештәсағылдыра.

Кластер нисек төҙөлә?

Таҡта уртаһына төп һүҙҙе йәки һөйләмде яҙабыҙ, ул һүҙ тема йәки идеяның “йөрәге” булып тора.

Төп һүҙ тирәләй идеяны, факттарҙы, образдарҙы асыҡлай торған һүҙҙәр яҙып сығабыҙ.

Уҡыу барышында килеп сыҡҡан һүҙҙәр йәки һөйләмдәр тура һыҙыҡтар менән төп һүҙгә ҡушыла.

Мәҫәлән, 5-се класта Ф.Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштергәс, геройҙарға характеристика биреү кластер алымы менән башҡарыла. Хәмит менән Вәлиттең ниндәй сифаттарға эйә булыуын асыҡлап, уҡыусылар кластер төҙөй.

 Бындай алым ярҙамында уҡыусы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлай, үҙ фекерен әйтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға, һүҙҙәрҙең синоним, антоним,омонимдарын табырға һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәнә. Шулай уҡ киләһе дәрестә үтелгән материалды тиҙ генә иҫкә төшөрөргә булышлыҡ итә.

8. Синквейн алымы.

Синквейн - ул француз һүҙе, ҡыҫҡа һүҙҙәр менән материалды аңлатыу тигәнде белдерә. Француз теленән биш уңыш – успех, биш илһам-вдохновение тигәнде аңлата. Яңылыҡты, ҡатмарлы идеяны, тойғоно һәм күренеште бер нисә һүҙ менән бирә белеү оҫталығы. Синквейнды икенсе төрлө биш юлдан торған шиғыр тип атарға ла була.

Уның маҡсаттары;

Был алым уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байыта;эш дауамында грамматик материал ҡабатлана; йөкмәткене ҡыҫҡаса һөйләүгә әҙерләй; идеяны билдәләргә өйрәтә; ауыр төшөнсәләр үҙләштерелә. Уҡыусы үҙен шағир итеп хис итә; быны барлыҡ балалар ҙа башҡарып сыға ала.

9. “Дөрөҫмө,  дөрөҫ түгелме?” алымы.

Был алымды текст менән танышҡандан һуң рефлексия үткәреү өсөн ҡулланыу уңайлы. Уҡыусыларға текст буйынса дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған һөйләмдәр тәҡдим ителә.  Был эште телдән (һөйләмдәрҙе  экранға сығарып) йәки алдан әҙерләнгән карточкалар ярҙамында яҙма рәүештә үткәрергә мөмкин.

10. Текст буйынса проект эше.

Был алымды юғары кластарҙа өй эше итеп биреү уңайлы. Класта уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса компьютер ярҙамында проект эшләү (презентация, коллаж, һүрәттәр  формаһында булыуы мөмкин)

bottom of page