top of page
Эссе

Тормошҡа юл мәктәптән башлана

      Уңышлы булырмы был юл, әллә бик үк уңышлы түгелме, уҡытыусынан тора. Сөнки мәктәп – компьютерҙары, ҙур спорт залдары, тамаша залдары, төрлө техник йыһаздары  менән генә көслө була алмай. Төп көс – уҡытыусы. Уңышлы уҡытыусыларҙан  ғына уңышлы мәктәп барлыҡҡа килә.  Уңышлы уҡытыусы ғына үҙ-үҙенә ышанған, аяғында ныҡ баҫып торған, заман елдәренә бирешмәгән, заман менән бергә атлаған шәхесте тәрбиәләй ала.  Замана уҡыусыларынан  мин - заман уҡытыусыһы бер аҙым алда атларға тейеш,  тип иҫәпләйем. Шул саҡта ғына мин үҙ уҡыусыларыма юл күрһәтә, кәңәштәр бирә алам. Иң беренсе мин үҙем артта ҡалмаҫҡа, яңыса фекерләргә  тейеш. Данко ла бит юлды үҙ йөрәген яҡтыртып күрһәткән!

              Мин - уҡытыусы. Был һүҙҙәрҙе һәр саҡ тәрән бер хис , эске ғорурлыҡ һәм ниндәйҙер әйтеп бөтмәҫлек  һөйөү менән  ҡабатлайым. Сөнки уҡытыусы – ул минең өсөн һөнәр  генә  түгел, ә  минең яҙмышым, йәшәү рәүешем, булмышым да.

        Мәсәғүт республика лицей- интернатында практика үткән  саҡта  уҡыусылар араһында туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу  шул тиклем ҙур ине, шуға  күрә ҡайҙалыр башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу ауыр мәсьәләләрҙең береһелер, тип,  һис кенә лә башыма килтермәй инем. Ҡулыма диплом алғандан һуң эшкә килгән  Өфө  миңә оло һынауҙар әҙерләп ҡуйғайны: урыҫлашҡан башҡорттар, тел өйрәнеүгә битараф ҡына түгел, ҡаршы булған уҡыусылар, ата-әсәләр, башҡорт телен артыҡ предмет, тип һанаған уҡытыусылар  һ.б. Тап ошо саҡта мин  үҙемдең мотлаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға тейешлегемде бар йөрәгем менән аңланым. Ул осорҙағы күпме ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килде...

           Йылдар үтә килә, был ауырлыҡтар онотолған. Ә бына тәүге дәресем, тәүге уҡыусыларымдың йылмайыулы йөҙҙәре, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштары мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған. Әле һаман да күңелле сыңлаған тауыштары, йөрәгемдең түрендә  моңло ҡыңғырау кеүек,  мине көн дә мәктәпкә саҡырып тора, улар тип эшкә  ашығам.Улар минең уҡыусыларым ғына түгел, ә “ уҡытыусыларым да”. Эйе, иң талапсан, иң һынсыл “уҡытыусылар”. “ Бөгөн  беҙ нимә өйрәнербеҙ, берәй яңылыҡ булырмы, тағы ниндәй сиселмәҫтәй мәсьәләләр ҡуйыр, яуаптар эҙләтер,асыштар яһатырмы икән?” - тип күҙҙәремә текләп, минән яуап көтәләр. Миңә һис һынатырға, уларҙың өмөттәрен, ышаныстарын юҡҡа сығарырға ярамай. “Бала күҙендәге нурҙы һүндермәгеҙ,”-тигән бөйөк педагог Сухомлинский. Шуға күрә тырышып-тырышып “өй эштәремде” әҙерләйем, эҙләнәм. “Эҙләгән ҡорт бал табыр,”-ти халыҡ мәҡәле, бөгөн бына тағы бер яңы технологияны үҙләштерҙем, дәрескә ҡулайлаштырырға тырышам, яңы стандарттар талап иткәнсә, дәрес ҡорам, һыҙам, яҙам, өйрәнәм.  

          ”Башҡаларҙы уҡытып, беҙ үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә  өйрәнәбеҙ,”- тигән рим философы Л.Сенека. Дөрөҫ, уҡытыусы яңылыҡтарҙың алдында торорға, әүҙем ҡулланыусыһы булырға һәм даими рәүештә белемен камиллаштырырға тейеш. Уҡытыусы эҙләнеүҙән, камиллашыуҙан  туҡтай икән- үҫеш тә туҡтай... Ә беҙ киләсәк быуындың яҙмышын үҙ ҡулыбыҙға алғанбыҙ, тимәк, һис кенә лә үҫеште туҡтатырға хаҡыбыҙ юҡ. Уҡытыусы ул -  үҙенсә бер йәшәү эталоны. Унан өлгө алалар, уға тиңләшәләр.

      Бөгөнгө заман күп кенә тормош ҡиммәтәрен яңынан ҡарап сыҡты, үҙгәртте. Быуындарҙан быуынға тапшырыла килгән  әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен, ғаилә тәрбиәһен  һанламау күренештәре йышайҙы. Әммә хәҙерге йәмғиәт тә яңы быуынды грамоталы, эшһөйәр, үҙ аллы, үҙ фекерле, гражданлыҡ тойғоһо булған йәш кеше  итеп күргеһе килә һәм уҡыусы, уҡытыусы алдына юғары талаптар ҡуя. Педагогтың донъяға ҡарашы, донъяны  ҡабул итеүе , әүҙем йәшәү позицияһы  уҡыусыға тормошҡа ҡулайлашырға, үҙ урынын табырға, үҙен һынап, баһалап ҡарарға ярҙам итә. Шуға күрә заман уҡытыусыһының төп бурысы - баланың төрлө яҡлап үҫешенә шарттар булдырыу, интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә юлдар асыу. Һәләтһеҙ балалар булмай, уларҙы аса, күрә һәм үҫтерә генә белергә кәрәк. Уҡытыусы йыйған тәжрибәһе, алған белеме менән уҡыусыларҙы үҙе артынан әйҙәй, эшләргә, ижад итергә, үҙ фекерен әйтергә һәм яҡларға өйрәтә ала икән, шул ваҡытта ғына уны ысын мәғәнәһендә уҡытыусы тип әйтергә була.

           Ә башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының бурысы икеләтә ҙур, сөнки донъяға гуманистик ҡарашлы, милли үҙаңлы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу  иң беренсе  әҙәбиәт, тел дәрестәрендә һәм шәхси өлгө аша бирелә. Ошо мәлдә педагогия институтында уҡытҡан уҡытыусыларымдың  һүҙҙәре һәр саҡ иҫкә төшә: “ Һеҙ - уҡытыусылар, эстән дә, тыштан да  матур булырға тейешһегеҙ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иң яҡшылары, иң матурҙары, иң тырыштары, иң аҡыллылары, иң алдынғылары булырға тейеш, сөнки һеҙ - милләттең йөҙө, рухы”. Ни тиклем оло мәғәнә ята был һүҙҙәрҙә. Беҙ - рух һаҡсылары. Ә нимә һуң ул рух? Минеңсә, рух ул – кешенең милли әхлаҡи кѳсѳ, милли үҙаң кимәле. Әҙәбиәт дәрестәрен юҡҡа ғына «кеше рухы инженерҙары» тип әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә  уҡыусы - уҡытыусы хеҙмәттәшлегенә таянып, проблемалы һорауҙар ҡуйып, уйландырып, уҡыусыны был тормошта тыуған иле, халҡы таянырҙай ижади  шәхес итеп тәрбиәләүгә ҡоролған дәрестәр үткәрергә тырышам. Рухи тамырҙарын белгән, ер, халыҡ, телебеҙ  тип  йән атҡан батырҙар Батырша, Алдар, Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауат образдары аша, уларҙы һүрәтләгән тарихи әҫәрҙәр аша уҡыусым күңеленә рух орлоҡтарын сәсергә ынтылам.

          Уҡыусыларымдың уңыштарына ҡыуанам, һәр яулаған үрҙәре менән ғорурланам, үҙемә дәрт алып, тағы ең һыҙғанып эшкә тотонам. Минең хатта арырға ла, ҡартайырға ла ваҡытым юҡ.

           Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле, маҡсатлы, ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп, тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән мәктәбемә йүнәләм. Күренекле рус яҙыусыһы А.П.Чехов һүҙҙәренсә,”... бөгөнгө өсөн генә түгел, ә киләсәк өсөн хеҙмәт итергә...” ашығам.

bottom of page